5 декабрь, Дүшәмбе

03 ноябрь 2010 йыл, 17:03

2011 йылғы бюджет һәм ҡала транспортын файҙаланыу – парламент иғтибары үҙәгендә

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан парламентының Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының 10-сы ултырышында депутаттар 2011 йылға һәм 2013 йылға тиклем осорға республиканың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектына һәм «Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға бюджеты тураһында» БР Законы проектына төҙәтмәләргә, шулай уҡ 2006 йылдың 28 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһында инновацион эшмәкәрлек тураһында» БР Законының үтәлешенә төп иғтибар бирҙе.

Башҡортостанда 2008-2009 йылдарҙа, 2010 йылдың уҙған осоронда ҡала пассажир транспортын файҙаланыу һөҙөмтәлелеген тикшереү һәм ҡайһы бер башҡа мәсьәләләр тураһында комитет ағзаларына БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов бәйән итте.

Республика Хөкүмәте тарафынан индерелгән «Башҡортостан Республикаһында тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында» БР Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында проект, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында» БР Законының 18-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында үҙ закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды.

«Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Законына үҙгәрештәр индереүсе закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн әҙерләнде.

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет бөгөн үҙ ултырышында «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» БР Законына, Башҡортостан Республикаһының экология һым тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индергән өс яңы закон проектын, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының пестицидтар һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ эш итеү өлкәһендәге айырым ҡануниәт акттарының үҙ көсөн юғалтыуын таныу тураһында» закон проектын тикшерҙе.

Әлеге мәлдә Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ултырышы бара. Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға бюджеты буйынса тәҡдимдәр һәм парламент беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ҡабул иткән өс закон проекты тикшерелә.