9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2010 йыл, 15:13

Илдар Әминев: Ер мәсьәләһе бөтә ил өсөн мөһим

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

Ер мәсьәләһе буйынса ғилми-ғәмәли конференцияның төп мәсьәләләренең береһе булып ер ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу торасаҡ. Ул 2-3 декабрҙә Өфөлә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында үтәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, алда торған ҙур сара күп кенә ер менән файҙаланыу проблемаларын күтәрергә тейеш.

— Бөгөн был өлкәлә хәл итәһе мәсьәләләр һәм ҡыйынлыҡтар күп, — тип билдәләне Илдар Әминев. – Улар араһында ер тураһында закондарҙың камил булмауы, кадастр баһалауы проблемалары, һалым һалыу һәм башҡалар мөһим урын биләй. Ер мәсьәләһе бөтә ил өсөн бик актуаль. Ер һәм милек мөнәсәбәттәренең ҡайһы бер йүнәлештәрендә республикабыҙ башҡа төбәктәрҙән алда бара. Әммә проблемалар ҙа етерлек, һәм уларҙы күтәрергә кәрәк тә.

Ғилми-ғәмәли конференция БР Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте, шулай уҡ ҡайһы бер министрлыҡтар һәм ведомстволар ярҙамында үткәреләсәк. Сарала Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙән, шулай уҡ Мәскәүҙән төҙөлөш һәм баһалау компаниялары, дәүләт, муниципаль власть вәкилдәре, ер мәсьәләһе буйынса белгестәр ҡатнашасаҡ, тип көтөлә.  

Конференция өс блока бүленәсәк. Уның сиктәрендә кадастр баһалауы һәм һалым һалыу, киң мәғлүмәттәр базаһы, ҡала төҙөлөшө закондары буйынса ер участкалары бүлеү процедураһы кеүек темалар тикшереләсәк.

Конференциянан һуң Башҡортостанда ер һәм милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү концепцияһы эшләнәсәк, тип планлаштырыла. Унда конференцияның ер ресурстарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән рекомендациялар сағылдырыласаҡ.