5 декабрь, Дүшәмбе

03 ноябрь 2010 йыл, 14:45

«Иммунопрепарат» йыл башынан алып 2 млрд. һумлыҡ медпрепараттар етештерҙе

автор: Гүзәл Йосопова

Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһында йыл башынан алып ике миллиард һумдан ашыулыҡ медицина иммунобиологик һәм дарыу средстволары сығарылған.  

Башҡортостан баш ҡалаһынан биофармацевтика продукцияһы Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә лә тиерлек оҙатыла.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йыл уның өсөн бик ябай булманы. Көндәрҙең сиктән тыш эҫе тороуы GMP стандарттарына ярашлы препараттар әҙерләгәндә өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Компания етәкселеге киләсәктә цехтарҙағы климатконтролгә һәм өҫтәмә кондиционерҙар ҡуйыуға ҙурыраҡ иғтибар бүлергә ҡарар ҡабул итте.  

Республикала ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан микробиологтары тағы бер мөһим мәсьәләне хәл итә алды – лаборатория йәнлектәрен һәм иммуноклиника аттарын ваҡытында етерлек мал аҙығы менән тәьмин итте.