5 декабрь, Дүшәмбе

03 ноябрь 2010 йыл, 14:08

Өфө балеринаһы халыҡ-ара конкурс лауреаты булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы солисткаһы Ирина Сапожникова (педагог-репетиторы Галина Сабирова) Сочиҙа «Молодой балет мира» III халыҡ-ара конкурсында икенсе урын яуланы. Был турала театрҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй йәш бейеүсе Истанбулда II Халыҡ-ара балет артистары конкурсының «көмөш» миҙалын яулағайны инде. Хәҙер килеп уға жюри рәйесе Юрий Григорович үҙе булған, бөгөнгө көндә иң ҡатмарлы һәм абруйлы халыҡ-ара конкурстарҙың береһе буйһондо.  

Р.Нуриев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография колледжын тамамлаусы Ирина сираттағы тапҡыр ҡалабыҙҙа бөтә донъянан тәжрибәле бейеү алиһәләренә конкурент булып торорлоҡ беренсе класлы балериналар әҙерләүҙәрен иҫбатланы.