8 декабрь, Кесе йома

03 ноябрь 2010 йыл, 12:05

«Китап» нәшриәтендә композитор Хөсәйен Әхмәтов тураһында китап сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Гөлнара Әхмәтованың «Маэстро родного Урала» исемле китабы сыҡты.

Был әҙәби-художестволы баҫма башҡорт музыкаһы классигы Хөсәйен Әхмәтовтың тормошона һәм ижадына арналған. Унда композиторҙың биографияһынан элек баҫылмаған материалдар бирелә, айырым әҫәрҙәрҙе ижад итеү тарихы тураһында һөйләнелә.

Китап рус телендә нәшер ителгән һәм киң уҡыусылар даирәһенә, айырыуса башҡорт музыкаһын яратыусыларға, тәғәйенләнгән. Баҫма музыканттар һәм сәнғәт училищелары уҡыусылары өсөн дә ҡыҙыҡлы.

темалар: нәшриәт эше