Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

«Башҡорт фарфоры» юғары сифатлы продукция сығара

Иҡтисад

«Башҡорт фарфоры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Октябрьский ҡалаһы) продукцияһы яңы баҙарҙарға сыға. Был предприятие күптән түгел Мәскәүҙә үткән «ПИР–ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы–2010» ХIII халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашҡандан һуң «Башҡорт фарфоры»на продукцияһын Башҡортостандан ситкә оҙатыу тураһында тәҡдимдәр килә башланы. Был турала БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.

«Башҡорт фарфоры» экспозицияһы ошо көндәрҙә Өфөлә тамамланған «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы-2010» VII махсус күргәҙмәһендә айырым урын биләне. Бында предприятие үҙе сығарған продукцияның бөтә ассортиментын тиерлек тәҡдим итте. Был Европа сифатындағы ресторан һауыт-һабаһы ла, шулай уҡ фарфорҙан оригиналь сувенир изделиелары ла.

Өфөләге күргәҙмәнән һуң предприятие үҙ продукцияһын республика территорияһында һәм күрше төбәктәрҙә һатыуҙы киңәйтергә планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть