9 декабрь, Йома

03 ноябрь 2010 йыл, 11:29

Һыу үткәргес селтәрҙәренең өстән бер өлөштән ашыуы алмаштырыуға мохтаж

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда һыу үткәргес селтәрҙәренең өстән бер өлөшө алмаштырыуға мохтаж. Республика буйынса һыу үткәргес селтәрҙәрендә һыу юғалтыу йылына 43,4 миллион кубометр йәғни селтәргә бирелгән күләмдең (341,2 миллион кубометр) 12,7 процентын тәшкил итә. Был мәғлүмәттәрҙе «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин килтерҙе.

Уның әйтеүенсә, республика буйынса һыу үткәргес селтәрҙәренең оҙонлоғо 14490,7 километр тәшкил итә, шуның 5380,7 километры йәғни 37,1 проценты алмаштырыуға мохтаж. Ул шулай уҡ, төбәктә канализация селтәрҙәренең оҙонлоғо – 3605,5 километр, шуның 898,4 километры йәғни 24,9 проценты алмаштырыуға мохтаж булыуы хаҡында ла хәбәр итте. 4109,9 километр оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрҙәренең 462,4 километры йәғни 11,3 проценты алмаштырыуҙы талап итә. Селтәрҙәрҙә йылылыҡ энергияһын юғалтыу республика буйынса 2 млн.Гкал йәғни ҡулланыу күләменең 7,2 процентын тәшкил итә.

Һыуҙы юғалтыуҙы бөтөрөү һәм һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ подразделениелары йорттарҙы капиталь ремонтлағанда яңы ҡорамал файҙалана. Мәҫәлән, металл торбалар полимер материалдарҙан нығыраҡ сыҙамлы торбаларға алмаштырыла.