8 декабрь, Кесе йома

03 ноябрь 2010 йыл, 10:29

Ҡырмыҫҡалы районында «Бәхет» шишмәһе урғыла

автор: Сергей Захаров

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә «Бәхет» исемле шишмә төҙөкләндерелде. Был маҡсатҡа «Экология һәм БР-ҙың тәбиғәт ресурстары» Республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәк бюджетынан 100 мең һум аҡса бүленде.

Шишмәне төҙөкләндереүҙә урындағы эшҡыуарҙар һәм «Торлаҡ-коммуналь сервисы» предприятиеһы коллективы әүҙем ҡатнашты. Уның территорияһында 80 төп ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртылды.  

БР Экология министрлығының Өфө эргәһе территориаль идаралығы начальнигы Айрат Нәғимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда эсәр һыу етешмәү проблемаһы хәл ителә. Һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы территорияһында ғына дүрт шишмә төҙөкләндерелгән: өсәүһе Сахай ауыл Советы биләмәһендә һәм береһе Ҡырмыҫҡалы ауылында.

Белешмә өсөн. 2010 йылда республика бюджетынан «Экология һәм Башҡортостандың тәбиғәт ресурстары (2004-2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклем осорға)» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктә шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә 1 миллион һум аҡса бүленде, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.