7 декабрь, Шаршамбы

03 ноябрь 2010 йыл, 9:12

Рөстәм Хәмитов «ИКЕА» төҙөлөшөн тамамлау бурысын ҡуйҙы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «ИКЕА» сауҙа-күңел асыу комплексын файҙаланыуға тапшырыуға әҙерлекте баһаланы. Элек федераль күҙәтеү органдары компания яғынан комплексты асыуҙы тотҡарлаған күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡланы. «ИКЕА» етәкселеге, бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлдө, тип ышандыра.

— Бөгөн комплекс территорияһында тикшереүсе структуралар вәкилдәре йыйылды. Уларҙың бурысы – етешһеҙлектәр бармы-юҡмы икәнлеген урында билдәләү, — тип белдерҙе республика Президенты. – Әгәр етешһеҙлектәр асыҡланһа, уларҙы яҡын арала бөтөрөргә кәрәк.

Бөтә кәмселектәр бөтөрөлгән осраҡта «ИКЕА» комплексы — алты аҙнанан, ә «Леруа Мерлен» магазины дүрт аҙнанан асыуға әҙер буласаҡ, тип көтөлә. «МЕГА» сауҙа-күңел асыу комплексын асыу өсөн саҡ ҡына күберәк – ике ай самаһы ваҡыт талап ителәсәк. Бөтә биналарҙың дөйөм майҙаны 160 мең квадрат метр тәшкил итә. Был комплекстар ҡаланы ике мең эш урыны менән тәьмин итәсәк, тип планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов, проектты төҙөүгә һигеҙ миллиард һум аҡса бүленде, тип билдәләне.

Республика башлығы әйтеүенсә, инвесторҙар йәлеп итеү төбәктең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып тора.