9 декабрь, Йома

02 ноябрь 2010 йыл, 17:39

Медиктар киҙеүҙән прививка яһатырға саҡыра

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала халҡын киҙеүҙән ваҡытында прививка яһатырға саҡыра. Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, тип иҫәпләй медиктар.

ОРВИ һәм киҙеү миҙгеленә әҙерлек Ашығыс ярҙам станцияһында октябрҙә үк башланды: ойошҡан рәүештә хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау үткәрелә. Бөгөнгө көнгә киҙеүҙән 80 процент самаһы медперсоналға һәм водителдәргә прививка яһалды, тип хәбәр итте ҡала Ашығыс медицина ярҙамы станцияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгесе Олеся Осадчая.

— Ауырыуҙың миҙгелле киҫкенләшеүе осоронда Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре сафы һирәгәймәҫ, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин, — ти Олеся Осадчая. — Медиктарға бөтә өфөләр эйәрһен ине, тип теләргә ҡала.