4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2010 йыл, 16:17

Профсоюздар Башҡортостан бюджетын билдәләүгә йоғонто яһаны

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР Хөкүмәте 2011 йылға республика бюджетын билдәләгәндә Башҡортостан профсоюздарының тәҡдимен ҡабул итте. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың финанс министры Айрат Ғәскәров БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов менән осрашыу ваҡытында телгә ала.

Айрат Ғәскәров әйтеүенсә, республика бюджетын төҙөгәндә профсоюздарҙың төп талабы – Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләмен 5500 һумға тиклем арттырырға – иҫәпкә алына. Хәҙерге ваҡытта был мәсьәлә буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Был сара республикала эш хаҡын арттырыуға килтерергә тейеш.

Айрат Ғәскәров шулай уҡ, киләһе йылда Башҡортостан Хөкүмәте социаль өлкәне һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты финанслау күләмен арттырырға йыйына, тип хәбәр итте. Бынан тыш, республикала иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән «Торлаҡ» программаһы эшләнәсәк.