Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Дәүләт Йыйылышы депутаттары Учалы Стоунхенджын яҡларға ҡарар итте

Йәмғиәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Учалы районы Ахун ауылы эргәһендәге уникаль археология ҡомартҡыһы элементтарын емереү менән бәйле хәлде үҙ контроленә алды.

Хәбәр итеүебеҙсә, октябрҙә унда вандализм акты яһалды: Учалы Стоунхенджы булараҡ билдәле боронғо мәҙәниәт ҡомартҡыһын емерҙеләр.

Вандалдар балға менән биш мәңгәрҙе (вертикаль тороусы таштар) ватҡан. Ватылған таштарҙан улар изге урындың төп мәңгәре тирәләй тәре яһап ҡуйған.  

Учалы Стоунхенджына 6500 йыл самаһы. Таштар быуаттар буйына торған, һуңғы ике йылда хаж ҡылыу урынына әйләнгән. Бында бөтә Рәсәйҙән кешеләр килгән.

Бөгөн парламентарийҙар республикала берҙән-бер ошондай ҡомартҡыны яҡлау һәм һаҡлау тураһында мәсьәләне тикшереү өсөн Учалы районы хакимиәте һәм Советы етәкселеге менән осрашыу үткәрергә планлаштырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть