Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө йәрминкәләрендә 14 мең тонна самаһы картуф һатылды

Иҡтисад

Өфөлә тамамланған көҙгө йәшелсә йәрминкәләре барышында 13,8 мең тонна картуф һатылды. Уның ярайһы уҡ ҡиммәтәйеүенә ҡарамаҫтан, Өфөлә “икенсе икмәк” ҙур талап менән файҙалана. Сағыштырыу өсөн, 2009 йылғы көҙгө йәрминкәләрҙә 14,6 мең тонна картуф һатылғайны.

— Йәшелсә йәрминкәләрендә ситтән килтерелгән картуф өҫтөнлөк итте, — тине Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев. – Республика етештереүселәренең продукцияһы быйылғы ҡоролоҡ эҙемтәһендә был юлы бик аҙ булды.

Павел Качкаев әйтеүенсә, Башҡортостанға картуфты Барнаул, Төмән, Красноярск, Новосибирск, Магнитогорск, Омск ҡалаларынан, Алтай крайынан, Кемерово өлкәһенән һәм хатта Беларусь Республикаһынан килтерәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть