Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә йәшәүселәр һаны 1 064 000 кешегә етте

Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Өфөлә йәшәүселәр һаны 1 064 000 кеше тәшкил итте. Был турала Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Һигеҙ йылда Өфөлә йәшәүселәр һаны дүрт проценттан ашыуға артҡан, — тине ул. – 2002 йылда үткәрелгән иҫәп алыу ваҡытында республика баш ҡалаһында 1 022 000 кеше йәшәй ине.

Ҡаланың райондары араһында процент нисбәтендә иң юғары үҫеш Дим һәм Киров райондарында күҙәтелә. Халыҡтың номиналь һаны буйынса Өфөнөң иң күп кешеләр йәшәгән районы – Октябрь районы. Унан ҡала икенсе урында Калинин районы, өсөнсөлә – Орджоникидзе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть