4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2010 йыл, 12:40

Башҡорт балы Амур өлкәһе халҡына оҡшаны

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Благовещенскиҙа (Амур өлкәһе) башҡорт балын күргәҙмә-һатыу бара. «Амур.инфо» агентлығы хәбәр итеүенсә, Алыҫ Көнсығыштағы был ҡалала умартасыларыбыҙ шифалы продукттың ике тиҫтәгә яҡын төрөн тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға тәҡдим итте.  

Ҡунаҡҡа килгән башҡорттар Амур өлкәһенә тәүге тапҡыр килеүҙәрен һәм был төбәктең уларға бик оҡшауын билдәләй.  

— Беҙҙең бал һеҙҙең яҡтарҙа ҙур уңыш менән файҙаланыр, тип ышанабыҙ. Амур өлкәһенең ҡаты климатында бал мотлаҡ кәрәк, тип уйлайбыҙ, — ти һатыусы-консультант Алла Рештук.  

Шәрбәт продукттың бер килограмының хаҡы сортына ҡарап 450 һумдан 950 һумға тиклем тора.

Башҡортостан вәкилдәре Благовещенскиҙа 3 ноябргә тиклем буласаҡ.