Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан торлаҡ-төҙөлөш тупланмаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте юлға һала

Иҡтисад

Башҡортостандан делегация «Жилстройсбербанк Казахстана» акционерҙар йәмғиәтендә булды. Республикабыҙҙан эшсе төркөм составына дәүләт органдары һәм коммерция банкылары вәкилдәре инде.

Осрашыуҙар барышында Ҡаҙағстан банкы белгестәре делегация ағзаларына Ҡаҙағстандағы ҡануниәт нигеҙҙәре, принциптары, банкта эште ойоштороу тәжрибәһе, банк ҡатнашҡан проекттар һәм продукттар тураһында һөйләне.

Был сәфәр үҙ-ара хеҙмәттәшлекте юлға һалыуға, Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында торлаҡ төҙөлөшө маҡсатында һаҡланған аҡсалар системаһын үҫтереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итәсәк.  

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда торлаҡ-төҙөлөш банкында һаҡланған аҡсалар системаһы аша торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың һынау проектын әҙерләү буйынса эшсе комиссия төҙөлгән, шуға күрә делегацияны торлаҡ төҙөлөшө маҡсатында һаҡланған аҡсалар системаһын индереү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть