Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Өфөлә Поль Морианың Гранд-оркестры концертын ҡараны

Йәмғиәт

Бөтә донъяға билдәле Поль Морианың Гранд-оркестры дүшәмбе, 1 ноябрҙә, Өфөлә Нефтселәр Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә сығыш яһаны. Коллективҡа нигеҙ һалыусы – Поль Мориа иҫтәлегенә арналған концертты Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һәм уның ҡатыны ла ҡараны.

Оҙаҡ ваҡыт данлыҡлы композитор үҙе етәкләгән Гранд-оркестр Өфө тамашасыһы алдына Поль Морианың уҡыусыһы – Жан Жак Жустафре етәкселегендә баҫты. Поль Мориа үҙе эшләгән ваҡыттан составы үҙгәрмәгән музыканттар коллективы бөйөк француздың үлемһеҙ әҫәрҙәрен башҡарҙы.

Кисә 11 ноябргә тиклем дауам итәсәк ҙур гастроль турнеһы сиктәрендә үтте. Өфөнән тыш Гранд-оркестрҙың сығыштары Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең бер нисә ҡалаһында планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть