5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2010 йыл, 10:04

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу Башҡортостанда юғары кимәлдә үтте

автор: "Башинформ"

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһим этаптарының береһе — халыҡ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм контроль саралар – тамамланды. Хәҙер йыйылған мәғлүмәттәрҙең күләме һәм йөкмәткеһе буйынса уникаль массивты эшкәртеү бурысы тора.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҙған кампания барышында Башҡортостанда 4049,9 мең кеше теркәлде. Был күҙалланған күрһәткестәрҙән 100,4 процент. Шуның 2441,1 меңе (102,1%) – ҡалала йәшәүселәр, шул иҫәптән Өфөлә 1064,2 мең кеше (104%) яҙып алынды. Ауылда йәшәүселәр 1608,8 мең кеше (97,9%) тәшкил итте.

Башҡортостанстат иҫәп алыу ҡағыҙҙарын 8 ноябрҙә ҡабул итә башлаясаҡ. Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү киләһе йылдың ғинуар уртаһынан майына тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан ҡалаларын һәм райондарын айырып, халыҡтың иҫәп составы тураһында тәүге рәсми мәғлүмәттәр 2011 йылдың апрелендә баҫыласаҡ.

— Республикабыҙҙа иҫәп алыу кампанияһы 18 меңлек ваҡытлыса иҫәп алыусылар армияһы тырышлығы менән яҡшы ойоштороу кимәлендә үтте, — тип хәбәр итте 1 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә БР Хөкүмәте вице-премьеры — БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса комиссия рәйесе Илшат Тажетдинов.