3 декабрь, Шәмбе

01 ноябрь 2010 йыл, 17:30

Австрия фирмалары нефтешламдарҙы эшкәртеү технологияһын тәҡдим итә

автор: Светлана Ғәфүрова

Австрияның ике билдәле ROHRER һәм GfE-MIR GmbH фирмаһы етәкселәренән һәм белгестәренән торған вәкәләтле делегация ошо көндәрҙә Башҡортостанда булып китте.

БР Экологтар союзы рәйесе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Александр Веселов хәбәр итеүенсә, был фирмалар хеҙмәткәрҙәре презентация үткәреп, унда республиканың бәләкәй бизнес вәкилдәренә нефтешламдарҙы эшкәртеү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итте. Технология Европала уңышлы ҡулланыла һәм үҙ эсенә ер участкаһын рекультивациялау менән нефтешламдарҙы утилләштереүҙең тулы циклын индерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был технология проект төҙөү һәм ер участкаһы бүлеүҙе талап итмәй. Бындай технологияның Рәсәйҙә аналогтары юҡ. Һис шикһеҙ, ул нефтешлам һаҡлағыстарына эйә булған предприятиеларҙы, шулай уҡ республиканың бәләкәй бизнесын ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал.

Фирмалар «Наптон» (Өфө) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйҙы ла инде. Беҙҙең республикала был ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә иң үҫешкән селтәр коммерция ойошмаһы.  

темалар: экология