3 декабрь, Шәмбе

01 ноябрь 2010 йыл, 16:55

«Социаль кәрзин» Башҡортостандың 700 магазинында ғәмәлдә

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Социаль кәрзин» республика акцияһында 700-гә яҡын ваҡлап һатыу сауҙа предприятиеһы ҡатнаша. Улар иҫәбендә «Байрам», «Пятерочка», «Полушка», «Матрица», «АиФ», «Семерочка», «7 копеек», «Йәрминкә», «Садко» селтәр структураларының 314 магазины. Республика акцияһына тағы ла 306 магазин, 7 ваҡлап һатыу баҙарында 74 шәхси эшҡыуар ҡушылды. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, акцияла ҡатнашыусы 70 магазин — ауыл ерендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Социаль кәрзин» 1 октябрҙә старт алды. Уның инициаторҙары булып социаль яуаплы сауҙа селтә    рҙәре сығыш яһаны. Акцияны үткәреүгә зарурлыҡ социаль мөһим аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыу сәбәпле килеп тыуҙы. Сауҙа предприятиелары социаль көсөргәнеште социаль кәрзин тауарҙарына минималь өҫтәмәләр билдәләү менән кәметергә маташты. Улар 10 проценттан ашмай. Минималь өҫтәмә менән һатылған тауарҙар исемлегенә икмәк-булка изделиелары, һөт продукттары, ярмалар, шәкәр, он, үҫемлек майы индерелде.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы белгестәре БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә «Социаль кәрзин» акцияһын үткәреүҙе контролдә тота, унда ҡатнашыусы предприятиеларҙы даими тикшереп тора. Атап әйткәндә, акция шарттарының береһе — социаль тауарҙарҙың һатыуҙа даими булыуы, махсус хаҡтар һәм кәштәлә өҫтөнлөк бирелеүе.

Сауҙа селтәрҙәре етәкселәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, «Социаль кәрзин»гә ингән тауарҙар уртаса 3 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырылды.