6 декабрь, Шишәмбе

01 ноябрь 2010 йыл, 14:48

Учалыла цемент заводын төҙөү тураһында ҡарар йыл аҙағында ҡабул ителәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Учалыла ҙур цемент заводы төҙөргә планлаштырыла. Был турала «Эксперт Online» баҫмаһы хәбәр итә. БР Хөкүмәте вице-премьеры Юрий Пустовгаровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республика властары йыл аҙағына тиклем был проект өсөн көрәшәсәк.  

Завод төҙөлөшөн бер нисә йыл элек башларға планлаштырылғайны. Проекттың хаҡы 800 миллион евро тәшкил иткәйне. Уның инвесторы Чехия экспорт банкы ине. Комбинат мең кешене эш менән тәьмин итергә тейеш ине. Ләкин бурыстар арҡаһында төҙөлөш туҡтатылғайны. Яңы инвестор булып Мәскәү Төбәк-ара яғыулыҡ-энергетика банкы сығыш яһаны. Төҙөлөш буйынса һуңғы ҡарар йыл аҙағына ҡабул ителәсәк.

Комбинаттың Мәскәү инвесторҙары өсөн Башҡортостан етәкселеге менән «РусГидро» гидроэнергетика холдингының Ҡариҙел йылғаһында Түбәнге Һөйән ГЭС-ы һәм шул уҡ исемдәге һыу һаҡлағыс төҙөлөшө тураһында килешеүе ҙур роль уйнауы ихтимал. Проекттың хаҡы 25 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Төҙөлөш бер-ике йылдан һуң башланырға һәм биш-ете йыл дауам итергә тейеш. Бының өсөн бик күп күләмдә цемент һәм ҡырсынташ, шул иҫәптән Учалылағы яңы эзбиз-цемент комбинаты сығарырға тейешле продукттар талап ителәсәк.