9 декабрь, Йома

01 ноябрь 2010 йыл, 11:56

Кардиологтар өсөн мәктәп-семинар

автор: Әлфиә Әһлиуллина

2 ноябрҙә Өфөлә Профсоюздар йортонда «Ишемия йөрәк сирле ауырыуҙарға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеү. Хәҙерге заман стратегиялары» мәктәп-семинары үтәсәк. Унда баш врачтарҙың дауалау эше буйынса урынбаҫарҙары, врач-кардиологтар, терапевтар, дөйөм практика врачтары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедралары хеҙмәткәрҙәре, врач-интерндары, студенттары ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, занятиеларҙы медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй кардиология фәнни-производство комплексының (РКФПК) Мясников исемендәге кардиология ғилми-тикшеренеү институты бүлеге етәксеһе Сергей Терещенко һәм медицина фәндәре докторы, РКФПК хеҙмәткәре, Бөтә Рәсәй кардиологтар фәнни берләшмәһенең ашығыс кардиология секцияһы ғилми секретары Игорь Жиров (Мәскәү) алып барасаҡ.