4 декабрь, Йәкшәмбе

01 ноябрь 2010 йыл, 11:03

Өфө архитектура фирмаһы Рәсәй баҙарында үҙенең юғары позицияһын иҫбатланы

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ришат Муллагилдин

Хәбәр итеүебеҙсә, Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды тарафынан иғлан ителгән «XXI быуат йорто» Рәсәй асыҡ конкурсында Башҡортостандан Өфөлә Конгресс-холл һәм «Аҡбуҙат» ипподромы төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыусы «РАУМ Арчитектс» компанияһы ҡатнашты. Рәсәйҙең 20 проект ойошмаһы иҫәбендә беренсе квалификация турын үтеп, Өфө компанияһы сираттағы тапҡыр үҙенең юғары профессиональ кимәлен күрһәтә алды.   «ECO HOUSE IN THE ZER-O CITY» исемле проект алдынғы илдәрҙә , атап әйткәндә, Японияла ярайһы уҡ әүҙем индерелә башлаған эко-технологияларға йүнәлеш тота. «Беҙ, ғәҙәттәгесә, XXI быуат йортон төҙөү проблемаһына киңерәк ҡарарға тырыштыҡ. Инфраструктура, йәғни XXI быуат ҡалаһы булмайынса тороп, бындай йорт төҙөп булмаясаҡ. Шуға күрә беҙ булған экосистеманы тулыһынса һаҡлаусы, үҙен электр энергияһы, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеүсе, йәшәйеш продукттарын 100 проценты менән эшкәртеүсе «нуль эмиссияһы менән ҡала» тәҡдим иттек. Был проекттарҙы беҙ үҙ республикабыҙҙа, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ», – тине «РАУМ Арчитектс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ришат Муллагилдин.  Ул шулай уҡ «Төҙөлөш-2010» Халыҡ-ара фестивалендә билдәле «РАУМ Арчитектс» архитектура компанияһы «Иң яҡшы архитектура ҡарары» номинацияһында лауреат булыуы хаҡында хәбәр итте. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды Өфө компанияһы менән был проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында контракт төҙөйәсәк.