Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Нефтекама хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештә

Сәйәсәт

Шәмбе, 30 октябрҙә, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышы үткәрелде. Унда ҡала хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.

Совет ҡарары менән Олег Руденко, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды.

Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары Громов Владимир Борисовичҡа йөкмәтте. Хакимиәт башлығы вазифаһын Владимир Громов ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡала округы Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.

Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть