9 декабрь, Йома

01 ноябрь 2010 йыл, 10:01

Иң кәм эш хаҡы күләме Башҡортостанда 5500 һумға тиклем күтәреләсәк

автор: "Башинформ"

2011 йылға Башҡортостан бюджеты проектында үткәрелгән етди төҙәтмәләр һөҙөмтәһендә республикала киләһе йыл башынан минималь эш хаҡы күләме ярайһы уҡ күтәреләсәк. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 29 октябрҙә Стәрлетамаҡта ҡала округы Советы ултырышында белдерҙе.

«Беҙ 1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләмен арттырабыҙ, һәм ул 5500 һум самаһы күләмендә билдәләнәсәк. Был, иң элек, бюджет секторы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуына килтерәсәк. Беҙ был аҙымға кешеләргә юғары табыш кәрәк булыуын аңлауҙан киләбеҙ. Хәҙер беҙ үҙ мөмкинлектәребеҙҙе баһалайбыҙ һәм тиҙҙән ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ», — тип Президенттың һүҙҙәрен еткерә уның матбуғат хеҙмәте.

темалар: эш хаҡы