Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Муниципалитеттар РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы конкурсында ҡатнаша ала

Сәйәсәт

РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы муниципаль берәмектәрҙең бишенсе йыллыҡ конкурсын үткәрә. Башҡортостандың муниципаль берәмектәре унда ҡатнашыуға саҡырыла, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығында.

Сара муниципаль берәмектәрҙең идара итеү һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу юлы менән урындағы үҙидара органдарының эш һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында үткәрелә. РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы РФ субъекттарының муниципаль берәмектәрен һәм муниципаль берәмектәр Советтарын йыл һайын үткәрелгән конкурста ҡатнашырға саҡыра

Быйыл конкурстың ойоштороу һәм матди-техник тәьминәте өсөн яуаплы оператор итеп РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты һайланды. Конкурсты ойоштороусылар конкурс заявкаларына талаптарҙы, шулай уҡ номинациялар исемлеген ҡайтанан ҡараны. Уларҙың составына Төбәктәр үҫеше министрлығы, Финанс министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы, Иҫәп палатаһы вәкилдәре, Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советының профилле комитеттары, РФ Йәмәғәт палатаһы һәм башҡа ойошмалар ағзалары инде.  

Конкурста ҡатнашыу өсөн быйыл 8 ноябргә тиклем заявка ебәрергә кәрәк. Конкурс документацияһы һәм заявка формаһы менән конкурстың www.ufrf.ru/projects/msukonkurs рәсми сайтында танышырға мөмкин. Йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Мәскәүҙә быйыл ноябрь аҙағында үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть