4 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2010 йыл, 18:03

Яңы спорт комплекстары һәм бассейндар барлыҡҡа киләсәк

автор: "Башинформ"

2011 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль программалары сиктәрендә Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә яңы спорт объекттары төҙөләсәк. Был турала «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы рәйесе Борис Грызлов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә ебәргән хатында хәбәр итә.

«Берҙәм Рәсәй» бюроһы Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә спорткомплекстар төҙөүҙе партияның 2011 йылғы социаль  программаһына индерергә ҡарар итте.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты партияның «500 бассейн» проектына индерелде. Киләһе йыл Өфөлә яңы бассейн барлыҡҡа киләсәк, тип планлаштырыла. Объекттың хаҡы 130 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

Белешмә өсөн. «физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары төҙөү» программаһы Башҡортостанда 2007 йылдан бойомға ашырыла. Был ваҡыт эсендә Ишембай, Октябрьский, Баймаҡ ҡалаларында, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында, Федоровка районының Федоровка ауылында физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары төҙөлдө. Дөйөм алғанда, проектта Рәсәйҙең 71 төбәге ҡатнаша.

«500 бассейн» проекты илдең юғары уҡыу йорттарында йөҙөү бассейндары төҙөүҙе күҙ уңында тота. Программа 2009 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы Бюроһы ултырышында раҫланды.