8 декабрь, Кесе йома

29 октябрь 2010 йыл, 17:00

Йәшәү минимумын 5500 һумға тиклем күтәрәсәктәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда йәшәү минимумын 2011 йылдың ғинуарынан алып 5,5 мең һумға тиклем күтәрергә планлаштырыла. Әлеге ваҡытта ул дүрт меңдән саҡ ҡына күберәк тәшкил итә. Был турала йома көнө республика башлығы Стәрлетамаҡта ҡала Советы ултырышында белдерҙе.

— Был республикабыҙ халҡының көнкүрешен яҡшыртыу юлында бик мөһим аҙым, — тине Президент. – Йәшәү минимумын арттырыу бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуына килтерәсәк һәм беренсе сиратта аҙ тәьмин ителгән халыҡ ҡатламының именлегендә ыңғай сағыласаҡ.