3 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2010 йыл, 16:15

Йыл аҙағына тиклем балалар өсөн биш сәләмәтлек үҙәге асыласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда балалар өсөн биш Сәләмәтлек үҙәге ойоштороласаҡ. Уларҙың икәүһе — Өфөлә, берәр — Стәрлетамаҡта, Туймазы һәм Дыуан райондарында. Хәҙер уларҙы йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. Был үҙәктәрҙең барыһын да 1 декабрҙә асырға планлаштырыла, тип хәбәр итте БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының милли проект, үҫеш һәм стратегик планлаштырыу бүлеге начальнигы Гөлфиә Иҙрисова.

Бөгөн республикала 12 Сәләмәтлек үҙәге эшләп килә. Быйыл туғыҙ айҙа уларҙа 53 меңдән ашыу кеше тикшеренеү үтте һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса рекомендациялар алды. Шуларҙың яртыһынан ашыуы — 54,7 проценты һау-сәләмәт тип танылды.

Башҡортостанда былтыр 12 Сәләмәтлек үҙәге асылды. Был үҙәктәрҙе ойоштороу өсөн федераль бюджеттан 9 миллион һум аҡса бүленде. Өфөлә дүрт Сәләмәтлек үҙәге эшләй: Республика врач-физкультура диспансерында, 38-се, 46-сы поликлиникаларҙа, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында. Ошондай уҡ үҙәктәр Бөрөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Ишембайҙа, Кумертауҙа, Нефтекамала, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта асылды.