Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда эш хаҡын күтәрергә вәғәҙә итте

Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда эш хаҡын дүрт йылда бер ярым тапҡырға арттырырға вәғәҙә итте. Был турала республика башлығы 29 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡала Советының 43-сө ултырышында әйтте.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, ихтимал, алдараҡ — 2013 йылға күтәрелер.

— Мин сәнәғәт предприятиелары етәкселәрен дә ошо өлгөгә эйәрергә саҡырам, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Мин эш хаҡы ваҡытында бирелеүе хаҡында әйтмәйем, был мотлаҡ, әммә ул лайыҡлы ла булырға тейеш.  

Төбәк башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 15600 һум тәшкил итә, был беҙҙең республикабыҙ кеүек кимәлдәге төбәк өсөн бик аҙ. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында 40-45-се урында һәм Волга буйы федераль округында бишенсе урында. Хәҙер Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡы 20300 һум тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть