3 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2010 йыл, 13:09

Алексей Изотов Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы итеп һайланды

автор: Евгений Рәхимҡолов

29 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡала Советы депутаттары бер тауыштан Алексея Изотовты ҡала хакимиәте башлығы итеп һайланы.

Бер көн алдан, 28 октябрҙә, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәрелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса конкурс комиссияһы ҡала Советына ике кандидатура — Алексей Изотовты һәм Александр Руденконы тәҡдим итте.

Депутаттар бер ай буйына хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарған һәм был осорҙа Стәрлетамаҡта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр атҡарған Алексей Изотовты яҡланы.

Ҡала Советы ултырышында ҡатнашҡан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Алексей Изотов үҙ хеҙмәт биографияһы һәм әлегә тиклем эше менән тап ошо мәлдә ҡалаға етәкселек итергә лайыҡлы кеше булыуын иҫбатланы, тип билдәләне.