6 декабрь, Шишәмбе

29 октябрь 2010 йыл, 12:18

Торатау тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын һаҡларға тейеш

автор: Светлана Ғәфүрова

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Иҙел Шәйәхмәтов Торатауҙың артабанғы яҙмышы төп тема булып торған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар — экологтар, сәнәғәтселәр һәм йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре — йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес мәнфәғәттәрен нисек берләштерергә мөмкин булыуы тураһындағы һорауға яуап эҙләне.

Проблеманың асылын хәтерегеҙгә төшөрәйек: ошо көндәргә тиклем Торатау Стәрлетамаҡтың «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте өсөн эзбиз табыу сеймал сығанағы булараҡ ҡаралды.

— Торатау – үҙенсәлекле тау. Үҙенең геологик төҙөлөшө буйынса ул донъяла берҙән-бер, — тип үҙ фекерен белдерҙе Иҙел Шәйәхмәтов. — Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән 25 төрлө үҫемлек үҫә. Бынан тыш, Торатау бөтә республикабыҙ халҡы өсөн ҙур тәрбиәүи һәм тарихи әһәмиәткә эйә: тауҙа борон-борондан төрлө йолалар башҡарылған һәм башҡорт халҡы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән.

— Был тау – Башҡортостандың символы, уны мотлаҡ һаҡларға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

темалар: экология