5 декабрь, Дүшәмбе

29 октябрь 2010 йыл, 11:00

Авдон ауылындағы “һаҡаллы” төҙөлөш мәсьәләһе асыҡ көйөнсә ҡала

автор: Эльмира Сабирова

Авдон ауылында төп “һаҡаллы” төҙөлөш перспективаһы билдәһеҙ булып ҡала. Инвалидтар өсөн реабилитация үҙәге төҙөлөшө ҡасан тамамланыр, аңлашылмай. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Авдон ауылы халҡы мөрәжәғәт итте, улар 90-сы йылдар аҙағында ауылда физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлә башлауы тураһында хәбәр итә.

— Һис шикһеҙ, ауыл халҡы быға бик ҡыуанды, тик иртә ҡыуанғандар, баҡһаң, — тип әсенеп һөйләй Әнүәр Мохтаров. – Инде хәҙер 2010 йыл, ә спорткомплексты беҙ көтөп ала алманыҡ. Был «архитектура ҡомартҡыһы» һаман шул көйө тора, унда бер кемдең дә эше юҡ. Йәштәребеҙгә хатта спорт менән шөғөлләнерлек бер урын да юҡ.

«Башинформ» агентлығы 2004 йылға тиклем объектты Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөүен, заказсыһы булып республика Капиталь төҙөлөш идаралығы тороуын асыҡланы. Һәм был ысынлап та физкультура-сәләмәтләндереү комплексы  булырға тейеш булған.

— Әммә 2004 йылда төҙөлөштө БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағына тапшыралар, — ти БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы советнигы Римма Чередник. –  Һәм спорт учреждениеһы урынына унда инвалидтар өсөн реабилитация үҙәге асылырға тейеш була. Был бинаға 52 миллион 209 мең һум аҡса һалынған да инде. Эштәрҙе тамамлау өсөн тағы 116 миллион һумдан ашыу талап ителә. Хәҙер объектта бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре алып барылмай.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында беҙ “һаҡаллы” төҙөлөш яҙмышы тураһында бер нимә лә асыҡлай алманыҡ.

Күренеүенсә, ҡағыҙҙар буйынса бинаның яҙмышы билдәле. Ысынында иһә, Авдондағы был бина емерелеүен, халыҡ ундағы әйберҙәре урлап ташыуын дауам итә.