8 декабрь, Кесе йома

29 октябрь 2010 йыл, 10:32

Силәбе өлкәһенең йәмәғәт палатаһы Ирәмәл тауы тирәләй хәлде контролгә алды

автор: "Башинформ"

Силәбе өлкәһенең йәмәғәт палатаһы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа хат менән мөрәжәғәт итте. Ирәмәл тауында булған һуңғы ваҡиғалар нигеҙендә күрше төбәктең йәмәғәт эшмәкәрҙәре экологик ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү кәрәклеген яҡлап үҙ фекерен белдерҙе. Мөрәжәғәттә улар Урал тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларына һаҡсыл мөнәсәбәттең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

«Силәбе өлкәһе йәмәғәтселеге тәбиғәткә вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт факттарын бик ауыр кисерә. Бөтә рәсәйлеләрҙең ғорурлығы булып торған Башҡортостан тәбиғәтенең уникаллеге, үҙенсәлеге беҙҙең барыбыҙға ла ҡәҙерле. Беҙ тәбиғәтте һаҡлау өсөн эскерһеҙ көрәшкән йәмәғәт ойошмаларына бергәләп ярҙам итәсәкбеҙ», — тиелә Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы хатында.