Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан федераль бюджеттан ауыл халҡы өсөн торлаҡҡа 14,8 млн. һум аҡса аласаҡ

Иҡтисад

2010 йылда Рәсәй субъекттарына «2012 йылға тиклем ауылдарҙың социаль үҫеше» Федераль маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға ҡаралған субсидияларҙың яңы күләмдәре раҫланды.

Быйыл уны тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда башта 697 миллион 519 мең һум аҡса йүнәлтергә планлаштырылғайны, шул иҫәптән РФ бюджетынан – 299 миллион 552 мең һум, БР бюджетынан – 256 миллион 590 мең һум, бюджеттан тыш средстволарҙан – 141 миллион 379 мең һум. Был 2009 йыл кимәлендә.

Средстволар ауыл ерендә йәшәгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәш ғаиләләрҙе һәм йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, ауыл ерендә газ үткәреү, һыу үткәргестәр һәм фельдшер-акушер пункттары (ФАП) төҙөү өсөн тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, Федераль маҡсатлы программа сиктәрендә бүленгән средстволарға дүрт ФАП – Әбйәлил һәм Мәләүез райондарында икешәр төҙөләсәк.

Быйыл ауылдарҙан 428 ғаилә, шуларҙан 267-һе йәш ғаилә, күрһәтелгән федераль программа буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт ярҙамы алды.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләрҙең байтаҡ булыуы менән бәйле, БР Ауыл хужалығы министрлығы ағымдағы йылға сығымдарҙы финанслауҙы арттырыу тураһында мәсьәлә әҙерләне.  

Был маҡсаттарға федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 14 миллион 800 мең һум аҡса бүленде. Был тағы ла 43 ауыл ғаиләһенә, шуларҙан 40-ы – йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр ғаиләләре, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть