7 декабрь, Шаршамбы

28 октябрь 2010 йыл, 15:20

30 һәм 31 октябрҙә Өфөлә һуңғы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

30 һәм 31 октябрҙә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Баш ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар ҡаланың алты районында үтәсәк. Бөтәһе ике меңгә яҡын сауҙа урыны бүленәсәк. Иң ҙур йәрминкәләр Спорт һарайы, Йәштәр Мәҙәниәт һарайы һәм Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙандарҙа үтәсәк.  

Республиканың төрлө муниципаль райондарынан тауар етештереүселәр ҡала халҡы өсөн үҙ ауыл хужалығы продукцияһын килтерәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле аҙағына яҡынлаша.