2 декабрь, Йома

28 октябрь 2010 йыл, 14:41

Башҡортостандан тәүге хаж ҡылыусылар төркөмө 1 ноябрҙә юлға сығасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандан тәүге хаж ҡылыусылар төркөмө изге Мәккәгә һәм Мәҙинәгә 1 ноябрҙә юлға сығасаҡ. 49 кешенән торған төркөм Өфөнән «Төркиә авиалиниялары» компанияһы рейсы менән осасаҡ.

— Дөйөм алғанда, быйыл Башҡортостандан 150 кешене хажға оҙатабыҙ, — тине «Иҙел Хаж» Төбәк-ара хаж ҡылыу үҙәгенең Өфө төбәк офисы етәксеһе Илдар Биглов. – Сираттағы төркөмдәр 4 һәм 6 ноябрҙә осасаҡ. Әлеге ваҡытҡа бөтә хаж ҡылыусылар виза һәм путевкалар алды ла инде. Хаж ҡылыусыларҙың йәше — 26-нан 80 йәшкә тиклем. Башҡортостандан төркөмдә иң йәше – 12 йәшлек бала.

Хаж турының хаҡы быйыл 75 меңдән 145 мең һумға тиклем. «Иҙел Хаж» етәкселәре әйтеүенсә, былтырғы менән сағыштырғанда хаҡтар үҙгәрмәгән.

Сәғүд Ғәрәбстанынан тәүге хаж ҡылыусылар төркөмө 25 һәм 27 ноябрҙә «Аира-Тур» компанияһы менән ҡайтасаҡ. Һуңғы төркөм хаж туры башланғандан алып 30 көн үтеүгә көтөлә.