4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2010 йыл, 12:50

2012 йыл аҙағына Өфөлә һигеҙ ер аҫты юлы төҙөләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә 2011 – 2012 йылдарҙа һигеҙ ер аҫты юлы төҙөргә планлаштырыла. Был турала ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов хәбәр итте.

— Ер аҫты юлдарын проектлау һәм төҙөү планы республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса эшләнде, — тине ул. – Хәҙерге ваҡытта Октябрь проспекты буйлап «Үҫмерҙәр китапханаһы» туҡталышы районында ер аҫты юлын төҙөү буйынса проект документацияһы әҙер ҙә инде. Шулай уҡ «Моторҙар эшләүселәр» Мәҙәниәт йорто», «Актерҙар йорто», «Кондитер фабрикаһы», «Дан бульвары», «Мир» фирмаһы» туҡталыштары районында ер аҫты юлдары проекттары әҙерләнә. Улар яҡындағы ике йылда төҙөләсәк. Һуңыраҡ Өфөлә тағы 27 ер аҫты юлы төҙөү планлаштырыла. Ҡалала ер аҫты юлдары төҙөү проектының дөйөм хаҡы 1,6 миллиард һум тәшкил итә.