Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Сибайҙар ҡала эсендә АЗС төҙөүгә ҡаршы сыҡты

Йәмғиәт

Сибай ҡалаһында йәшәүселәр прокуратураға мөрәжәғәт итте: улар Чайковский урамы, 38 адресы буйынса автозаправка станцияһы төҙөлөшөнөң законға ярашлылығын тикшереүҙе үтенде. Прокурорҙар объекттың заказсыһы Әбйәлил районында теркәлгән «Кодекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булыуын һәм улар эште законды тупаҫ боҙоп башлауын асыҡланы: АЗС раҫланған проектһыҙ һәм төҙөлөшкә рөхсәт алмайынса төҙөлә башланған.  

Прокуратура «экологик талаптарҙы күҙәтмәгән өсөн» статьяһы буйынса административ производство ҡуҙғатты һәм уны БР Экология министрлығының Сибай территориаль комитетына ебәрҙе. Предприятиеға 20 мең һум штраф һалынды, ә иң мөһиме, прокурорҙар АЗС төҙөлөшөн туҡтатыу тураһында дәғүәне судҡа ебәрҙе. Әлеге ваҡытта дәғүә ҡарау стадияһында, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть