4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2010 йыл, 11:46

Ауыл йәштәре проблемаларын тикшерәсәктәр

автор: Эльмира Сабирова

«Ауыл йәштәре – проблемалар һәм үҫеш перспективалары» —  йома, 29 октябрҙә,  Башҡорт дәүләт аграр университетының конференциялар залында үтәсәк төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияның темаһы ошондай. Форум БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысында үткәрелә.  

Йәмәғәт дискуссияһында БР йәштәр ведомствоһы етәкселәре, Рәсәй ауыл йәштәре союзы вәкилдәре, күрше өлкәләрҙән делегаттар ҡатнаша.

Ойоштороусылар иҫәпләүенсә, ауыл йәштәре киләсәге темаһы көнүҙәк һәм бик мөһим. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2010 йылда республиканың аграр уҡыу йорттары тарафынан 6,7 меңдән ашыу йәш белгес сығарылды, шуларҙың 2,4 меңе юғары һәм урта махсус белемле, ҡалғандары башланғыс профессиональ белемгә эйә. Төбәктең агросәнәғәт комплексы талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн был етерлек. Әммә Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында меңдән ашыу вакантлы урындар иҫәпләнә. Йәштәр ауылға әйләнеп ҡайтһын өсөн ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәклеге тураһында бөтә ҡыҙыҡһынған структуралар чиновниктары һөйләйәсәк.

Үҙ сиратында, ауыл йәштәре вәкилдәре үҙҙәренең төп проблемалары хаҡында һөйләйәсәк һәм “бәләкәй тыуған иле” киләсәге перспективаларын нимәлә күреүҙәрен асып һаласаҡ.

Конференция сиктәрендә йәштәрҙе ауылда нығытыу проблемалары һәм уларға дәүләт ярҙамы буйынса түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. 10 сәғәт 30 минутта башлана.

Аккредитация үтеү өсөн телефон: 251-16-32.

темалар: йәштәр, ауыл