11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2010 йыл, 11:19

Силәбе өлкәһе башҡорттары үҙ мәҙәниәтенә ярҙам итеү планын билдәләне

автор: Азамат Сөләймәнов, Евгений Рәхимҡолов

Силәбе өлкәһе башҡорттары “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһы ултырышында үҙ милли мәҙәниәтен үҫтереү пландарын билдәләне. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһы  Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов һәм ике йәмәғәт ойошмаһының да ағзалары ҡатнашты.

Марсель Йосопов Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының яңы эш йүнәлештәрен –өлкәнең дәүләт власы органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек һәм башҡорт йәмәғәт ойошмалары тормошонда иҡтисади яҡты үҫтереү – билдәләне. Ул шулай уҡ Башҡортостандың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында Силәбе өлкәһенән абитуриенттар өсөн техник белгеслектәр буйынса квоталар һанын арттырыу тураһында тәҡдим дә индерҙе.

Илгиз Солтанморатов “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының бурыстары һәм перспективалары хаҡында һөйләне. Ултырышта шулай уҡ “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһының һуңғы ярты йылдағы мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендәге эш һөҙөмтәләре һәм уның “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тикшерелде.

Силәбе өлкәһе Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сафиуллин был ойошманың үҫеше йомғаҡтары һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Силәбе өлкәһе башҡорт йәштәре 2011 йылда эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса саралар, Башҡортостан Республикаһының иҫтәлекле даталарына арналған автомобилдәр ярыштары һәм башҡа саралар үткәрергә планлаштыра.  

Ултырыш сиктәрендә шулай уҡ “Башҡорттар ҡоролтайы” Силәбе йәмәғәт ойошмаһы Башҡарма комитетының рәсми сайтын презентациялау үткәрелде.