9 декабрь, Йома

28 октябрь 2010 йыл, 10:11

Өфөнән гармунсы Хәйҙәр Яҡшымбәтов Италияла халыҡ-ара конкурста беренселекте яуланы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Халыҡ-ара гармунсылар конкурс-фестиваленең I премияһы өфөлө Хәйҙәр Яҡшымбәтовҡа бирелде. Яҡташыбыҙ «Гармоника» номинацияһында иң яҡшы тип танылды.

Конкурс-фестиваль Италияла Ланчиано ҡалаһында үтте, тип хәбәр итте лауреат.

— Унда ҡатнашыу өсөн Италияға бөтә донъянан иң яҡшы гармунсылар йыйылғайны. Рәсәйҙән, Ҡытайҙан һәм, әлбиттә, Италияның үҙенән делегациялар үҙҙәрен бик яҡшы күрһәтте. Әйткәндәй, итальяндар гармунды арганато тип атай. Ул беҙҙекенән бер аҙ ғына айырыла, — тип һөйләй Хәйҙәр Яҡшымбәтов.

Италияға халыҡ-ара конкурсҡа Хәйҙәр Солтангәрәй улын коллегалары ул Геннадий Заволокин исемендәге «Уйна, гармун!» I халыҡ-ара фестивалендә беренсе урын яулағандан һуң ебәрә.

— Дөрөҫ, сәфәргә средстволарҙы үҙ аллы эҙләргә тура килде. Һөҙөмтәлә аҡсаның бер өлөшөн миңә «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлде, бер өлөшөн үҙем түләнем, — тине гармунсы.

Конкурста Хәйҙәр Яҡшымбәтов боронғо уйын ҡоралы менән сығыш яһай. Ҡасандыр ул уны сүплектән табып алған һәм тулыһынса реставрациялаған. Бөтә программаны ул үҙенең ошо уйын ҡоралында башҡара, Антонио Вивальдиҙың «Гроза»һын, Ллойд Уэбберҙың «Призрак оперы» мюзиклынан өҙөк, Астор Пьяццолланың либертангоһын, Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһынан төп темаларҙы, Александр Бородиндың «Половецкие пляски» һәм башҡа әҫәрҙәрҙе уйнай.

— Хәҙер был минең талсымым! — ти музыкант.

— Музыкаль уйын ҡоралдарын реставрациялау һәм көйләү – гармундан ҡала минең икенсе һәүәҫлегем. Реставратор күнекмәләрем миңә Италияла ла кәрәк булды, урындағы ғибәҙәтханала мин быуаттан ашыу инде файҙаланылмаған органды көйләнем. Ғибәҙәтхана руханиҙары минең координаталарымды яҙып алды һәм мотлаҡ тағы ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итәсәктәрен әйтте.

темалар: конкурстар