Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Өфө үҫешенең генпланын тормошҡа ашырырлыҡ тип иҫәпләй

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 2025 йылға тиклем үҫешенең генераль планын, шул иҫәптән торлаҡ төҙөлөшө һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырырлыҡ тип иҫәпләй.  

— Тәбиғи, бөтә был проекттарҙы тормошҡа ашырыу бик ҙур средстволар талап итә, — тине ул. – Хәҙер был суммалар сиктән тыш ҙур кеүек тойола, сөнки улар Мәскәү бюджеты менән сағыштырырлыҡ. Әммә, дөйөм алғанда, лайыҡлы программа һәм ваҡыт үтеү менән тормошҡа ашырырлыҡ. Әлегә Өфөнөң бюджет тәьмин ителеше артыҡ юғары түгел, ләкин беҙ яңы мөмкинлектәр эҙләргә, инвесторҙар йәлеп итергә тейешбеҙ. Бәлки, хәҙерге пландарыбыҙҙың ҡайһы берҙәрен киләһе быуынға тормошҡа ашырырға тура килер, шулай ҙа нисек тә булһа был бурыстар үтәлергә тейеш. Республикабыҙ баш ҡалаһы Рәсәйҙең иң үҫешкән һәм матур ҡалаларының береһе булырға тейеш.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть