Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

2025 йылға Өфөлә 13 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөйәсәктәр

Йәмғиәт

Өфөлә 2025 йылға 13 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә планлаштырыла, был ҡалаға бер кешегә торлаҡ менән тәьмин ителеште 25,9 квадрат метрға еткереүгә өлгәшергә ярҙам итәсәк.

— Бөгөн Өфөлә бер кешегә торлаҡ менән тәьмин ителеш 22,1 квадрат метр тәшкил итә, — тине мэр. – Был илдең миллионлы ҡалалары араһында уртаса дәүмәлгә тап килә. Планлаштырылған күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн, беҙгә төҙөлөш темптарын йылына 10 процентҡа арттырырға кәрәк буласаҡ.

Павел Качкаев шулай уҡ генераль планды төҙөгәндә иҫәпкә алынған төп стратегик йүнәлештәрҙе билдәләне. Был транспорт инфраструктураһын үҫтереү һәм тиҙлекле автомагистралдәр төҙөү, ҡаланың тарихи үҙәген һаҡлау һәм реконструкциялау, торлаҡ төҙөлөшөн Өфө “ярымутрауынан” ситкә сығарыу, аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү.  

— Генплан буйынса Өфө 1803 йылдан үҫешә, — тине Павел Качкаев. — Ҡаланы үҫтереүҙең һуңғы генераль планы 1996 йылда ҡабул ителә. 2006 йылдан беҙ сираттағы генпланға төҙәтмәләр индерәбеҙ, ул ике этапҡа бүленгән – 2015 һәм 2025 йылға тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть