10 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2010 йыл, 16:06

Дмитрий Медведев Өфөлә транспорт системаһын үҫтереүгә ярҙам итергә әҙер

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөлә транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең киң инвестицион проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итергә әҙер. Был турала бөгөн Өфө үҫешенең генпланын тикшергән ваҡытта Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Был проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 186 миллиард һум тип баһалана, — тине ул. – Мин был мәсьәләне ил Президенты менән тикшерҙем, һәм ул финанслау өлөшөндә лә билдәле бер ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.  

Өфөнөң дөйөм үҫеше транспорт инфраструктураһына ныҡ бәйләнгән, тине Рөстәм Хәмитов. Ҡалаға яңы транспорт айырсалары, тиҙлек магистралдәре, ер аҫты юлдары кәрәк.

Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, Өфө генпланын төҙөгәндә хаталарға юл ҡуйырға ярамай.

— Мәскәүҙә, мәҫәлән, төрлө хаталар ебәрелде, — тине республика Президенты. – Һөҙөмтәлә илебеҙ баш ҡалаһы йәшәү өсөн бик уңайлы түгел. Беҙ был өлгөгә эйәрергә тейеш түгелбеҙ. Ябай халыҡҡа үҫешкән социаль инфраструктура, уңайлы торлаҡ, әүҙем ял итеү мөмкинлеге, юлдарҙа тығындар булмауы кәрәк. Һәм ҡаланың генпланын төҙөгәндә унда йәшәүселәрҙең фекере иҫәпкә алынырға тейеш.