Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 186 миллиард һумлыҡ транспорт инфраструктураһын үҫтереү проекты эшләнде

Сәйәсәт

Өфөнөң транспорт инфраструктураһын үҫтереү проекты эшләнде, уға инвестициялар күләме 186 миллиард һум тәшкил итәсәк. Проект, атап әйткәндә, автомобиль юл айырсалары төҙөүҙе һәм ҡаланан транзит транспортын сығарыуҙы күҙ уңында тота. Был турала 27 октябрҙә Башҡортостан баш ҡалаһын үҫтереүҙең генераль планын тикшереү барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

«Йылдан-йыл Өфөлә хәрәкәт тығыҙыраҡ була, йөрөү ауырлашҡандан-ауырлаша бара. Әгәр Салауат Юлаев проспекты булмаһа, Өфө тығындары Мәскәүҙекенән ҡалышмаҫ ине», — тине Рөстәм Хәмитов.

Өфө мэры Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡалала Блюхер урамы буйлап тиҙлекле трамвай линияһы төҙөү ҙә планлаштырыла.  

Рөстәм Хәмитов ҡала түрәләре алдына ҙур транспорт ағымын юлға һалыу һәм ҡала транспортының расписание буйынса йөрөүен ойоштороу бурысы ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Президенты матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть