5 декабрь, Дүшәмбе

27 октябрь 2010 йыл, 14:38

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан эшҡыуарҙарының эшенән ҡәнәғәт

автор: Любовь Колоколова

— Мин һеҙҙең яҡлымын. Мин һеҙгә һоҡланам: һеҙ бюрократик система ҡеүәтле булған, коррупция хөкөм һөргән илдә бизнес менән шөғөлләнәһегеҙ. Бындай шарттарҙа эшләүҙе батырлыҡ тип атарға мөмкин, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә асылған «Бәләкәй бизнес. Финанслау һәм дәүләт ярҙамы» конференцияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.  

Республика башлығы эшҡыуарҙарҙы  эш кешеләре, халыҡтың иң әүҙем, дәртле өлөшө тип атаны. Үҙ сығышында Хәмитов төбәктә бәләкәй һәм урта бизнес үҫешенә ҡағылышлы артыҡ күп һандар килтермәне, әммә бер күрһәткесте айырып күрһәтте: 18 процент – бәләкәй эшҡыуарҙарҙың Башҡортостандың тулайым төбәк продуктына индергән өлөшө шул тиклем. Был һан сиктән тыш аҙ. Президент әйтеүенсә, был бик «түбән старт» ҡына. Уның фекеренсә, бәләкәй һәм урта бизнестың индергән өлөшө 30-40 процент тәшкил итергә тейеш.

Бәләкәй предприятиелар иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 11-се урынды ғына биләй (мең кешегә һигеҙ бәләкәй предприятие). Рәсәйҙә республика был күрһәткес буйынса 43-сө урында.

— Бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы инфраструктураһын мотлаҡ үҙгәртергә һәм камиллаштырырға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

— Ләкин мин оптимисмын, — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. – Бер нигә ҡарамаҫтан, бәләкәй бизнес нығынды. Дәүләт тә, көрсөк тә уға аяҡ сала алманы. Банкыларҙың бәләкәй бизнесҡа әүҙемерәк кредит бирә башлауы ла ҡыуандыра.  

Хәмитов ҙур сәнәғәт предприятиелары тирәләй бәләкәй компаниялар булдырыуҙы тағы бер мөһим бурыс тип атаны, улар ҙур булмаған партиялар менән талап ителгән, конкуренцияға һәләтле продукция сығарырға тейештәр. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлештәренең береһе шул, – тип иҫәпләй БР Президенты.