8 декабрь, Кесе йома

27 октябрь 2010 йыл, 11:34

Туғыҙ айҙа Өфө бюджетына һалым керемдәре 6,5 миллиард һум тәшкил итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Быйыл туғыҙ айҙа Өфө бюджетына керемдәр 6,5 миллиард һум тәшкил итте. Был турала ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә БР Финанс министрлығының Өфө биләмәһендәге территориаль финанс идаралығы начальнигы Илгиз Насыртдинов хәбәр итте.

— Был ваҡыт эсендә бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға Өфөлә йыйылған керемдәр 81,1 миллиард һум тәшкил итте, — тине ул, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағынан 11,7 процентҡа күберәк. Шуның 46,9 миллиарды – федераль бюджетҡа, 27,8 миллиарды –  республика, 6,5 миллиарды ҡала бюджетына инде.

Өфө бюджетына керемдәрҙең төп өлөшөн элеккесә физик шәхестәр табыштарына һалым тәшкил итә — дөйөм күләмдең 46 проценты. Һуңғы ваҡытта уртаҡ табышҡа һалымдар иҫәбенә керемдәр өлөшө лә һиҙелерлек артты. Йыл башынан алып улар 630 миллион һум тәшкил итте, был былтырғы кимәлдән биш процентҡа күберәк.

Туғыҙ айҙа Өфө бюджеты сығымдары 10 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Был сумманың өстән бер өлөштән ашыуын мәғарифҡа сығымдар тәшкил итә, 2,7 миллиард һумды ҡала торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тотондо, һаулыҡ һаҡлауға – 1,8 миллиард,  инженер, социаль һәм торлаҡ өлкәһе объекттары төҙөүгә – 1,2 миллиард һум.

темалар: Өфө бюджеты