8 декабрь, Кесе йома

27 октябрь 2010 йыл, 10:51

Ер участкаларына милек хоҡуғын теркәү дауам итә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда 2006 йылдан муниципаль райондар хакимиәттәре ҡарарҙары менән 350 мең гражданға 2,3 миллион гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бүлеп бирелгән.

Хәҙерге ваҡытта Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында бирелгән ер участкаларына граждандарҙың милексе хоҡуғын теркәү процесы дауам итә. Саҡмағош һәм Благовещен райондарында милекселек хоҡуғын теркәү тулыһынса тамамланған. Благовар, Бөрйән, Миәкә, Дыуан, Күгәрсен һәм Шишмә райондарында граждандарҙың 90 проценттан ашыуы үҙ хоҡуғын теркәне. Үҙ ерҙәренә милекселек хоҡуғын теркәгән граждандар һаны 269 951 кеше тәшкил итә, улар теркәгән участкалар майҙаны – миллион ярым гектарҙан ашыу. Был граждандарға дөйөм милек хоҡуғында бирелгән ер участкалары майҙанының 77 проценты.

БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында билдәләүҙәренсә, ер участкаларын хужалыҡ әйләнешенә индереү һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарына ер һалымының тулы күләмдә инеүен тәьмин итеү өсөн урындарҙа халыҡ менән милек хоҡуғын теркәүҙе тамамлау кәрәклеге тураһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк.