Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауатбыяла» йәмғиәте «Glasstec – 2010» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты

Иҡтисад

«Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Германияла «Glasstec – 2010» халыҡ-ара быяла сәнәғәте махсус күргәҙмәһендә ҡатнашты. Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, компанияның күргәҙмәлә ҡатнашыуының төп маҡсаты – быяла етештереү һәм эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүсе фирмалар менән халыҡ-ара контакттар эҙләү һәм нығытыу. Потенциаль партнерҙарҙа Башҡортостан предприятиеһы сығарған табаҡлы быяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Быйыл «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте күргәҙмәлә «Һарытау төҙөлөш быялаһы» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә ҡатнашты, уның акцияларының 100 проценты ла Салауат компанияһына ҡарай.

«Glasstec» ике йылға бер Дюссельдорфта үтә һәм донъяла иң ҙур быяла сәнәғәте күргәҙмәһе булып тора. Унда яңы продукттар, быяла эшкәртеү алымдары һәм уны ҡулланыу варианттары тәҡдим ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть